Ҡануниәткә ярашлы, хәрби хеҙмәт ваҡытында һәләк булған балаһы өсөн Стәрлетамаҡтағы ҡатын да аҡсалата компенсацияны алырға тейеш. БР Халыҡты социаль яҡлау үҙәге был компенсацияны быйыл марттан түләй башлаған тип хәбәр иткәндәр республика прокуратураһында. Ә ғәмәлдә был тейешле сумманы әсә 2012 йылдың ғинуарынан уҡ ала башларға тейеш булған. Күҙәтеү ведомствоһы был эшкә ҡыҫылғас ҡына социаль ярҙам үҙәге хәрби хеҙмәттә ғүмере өҙөлгән әсәгә түләнергә тейешле компенсация күләмен ҡабаттан иҫәпләгән һәм был сумма 712 мең һум тәшкил иткән. Шулай итеп, оло ҡайғы кисергән ҡатын әллә күпме ыҙалыҡтар кисергәс кенә хоҡуҡтарын яулай алған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Eh--s-y-r-ge-28674/