Новости
6 Декабрь 2019, 02:10

Билдәһеҙ яугирҙәрҙең исемдәре асыҡлана

Эҙәрмәндәр билдәһеҙ һалдаттарҙың яҙмышын асыҡлай.

Учалы районынан булған яугир Вәлит Нәбиуллиндың һөйәктәрен тыуған яҡтарына ҡайтарып, ер ҡуйынына тапшырҙылар. Уны «Батырлыҡ өсөн» миҙалы буйынса Латвияла «Легенда» эҙәрмәндәр отряды тапҡан.

Вәлит 13 баланың иң өлкәне була. Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда алына. Сталинград янында барған һуғыштарҙа ҡаты яраланып, 1943 йылда тыуған яҡтарына ҡайтарыла. 1944 йылда фронтҡа кире китә һәм 1945 йылдың 12 мартында һәләк була.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bild-e-yaugir-r-e-isemd-re-asi-lana-28755/

Читайте нас