Новости
6 Декабрь 2019, 02:15

Ҡар кешеһе һөжүм иткән

Бөрө районы тирәһендә йәй көнө тәбиғәттә ял итеүселәр машинала китеп барғанда, уларға ғәҙәти булмаған йән эйәһе һөжүм иткән.

Ошо осраҡтан һуң урындағы халыҡтың тыныслығы юғалған. Ял итергә барыусыларҙың береһе һөжүм итеүсе затты видеоға ла төшөрөп өлгөргән. Әле был урында бер төркөм ғалим тикшереү алып бара. Уларҙың ҡайһы берһе билдәһеҙ йән эйәһен ҡар кешеһенә оҡшата, ә икенселәре был версияны инҡар итә.

Фото: ГТРК "Башҡортостан"

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ar-keshe-e--g-m-itk-n-28473/

Читайте нас