Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
6 Декабрь 2019, 06:45
Ҡабаҡ менән сырҙан ҡоймаҡ
Бөгөн яҡындарығыҙҙы нимә бешереп ҡыуандырырға уйлайһығыҙ? Беҙ һеҙгә бөгөн ҡабаҡ менән сырҙан ҡоймаҡ тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Уның өсөн 200 грамм ҡабаҡ, 100 грамм ҡаты сыр, өс аш ҡалағы он, әнис, ике йомортҡа, ҡара борос, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә сырҙы эре ҡырғыста ҡырып, йомортҡа, киҫелгән әнис һәм он ҡушып һәйбәтләп болғайбыҙ. Ҡабаҡтың тышын таҙартып, эре ҡырғыстан үткәреп, тоҙлап, борослап, һуты сыҡҡансы 7-10 минутҡа ҡалдырабыҙ. Шунан ҡабаҡтың һутын һығып, ҡамыр менән бергә бутайбыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос һибәбеҙ.
Ҡыҙҙырылған көнбағыш майы һалынған табаға ҡалаҡлап талғын утта ике яғында бешерәбеҙ. Әҙер ҡоймаҡтарҙы йылы килеш өҫтәлгә бирергә кәрәк. Сәйегеҙ тәмле булһын!
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/aba-men-n-sir-an-oyma-26656/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"