Новости
5 Декабрь 2019, 05:45

Юл фажиғәләре - 3 декабрь

3 декабрҙәге республика юлдарында биш автомобиль аварияһында биш кеше зыян күргән.

Таң менән Асҡын ауылында 23 йәшлек егет ВАЗ-2110 машинаһында ут бағанаһына барып төртөлгән.

Аварияла 28 йәшлек пассажир ҡатын йәрәхәттәр алған.

Водителдең танытмаһы ла юҡ, етмәһә эскән килеш машина йөрөткән.

Киске сәғәт етеләр тирәһендә Кушнаренко районында Мәскәүгә китеп барған ике йөк машинаһы - "КамАЗ" менән "Фретлайнер" бәрелешкән.

"КамАЗ"ға артынса килгән "Шевроле Нива" ла барып һуғылған. Еңел машинаның 34 йәшлек пассажиры травмалар алған.

Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән килеш машина йөрөткән 30 водителде тотҡан, урланған өс машинаны эҙләп табып, хужаларына ҡайтарған.

Фото: ЭЭМ сайтынан.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-3-dekabr-27396/

Читайте нас