Новости
5 Декабрь 2019, 09:20

Өй мөйөшөндә....

Әбйәлил районында йәшәгән Мәҙинә Яҡупова ошо көндәрҙә оло байлыҡҡа тап булған. Ысынлап та, байлыҡтың да ниндәйе бит! Быуаттар-быуаттарҙан аманат булып килгән боронғо тәңкәләр, аҡыҡтар, ысын мәрйендәр менән эшләнелгән селтәр, һаҡал, уҡалар...

“Өләсәйем һәр ваҡыт һөйләй торғайны: өйҙөң бура мөйөшөнә апайым, еңгәйем менән селтәрҙе йәшерҙек тип. Көтмәгәндә, уны табыуға өлгәштек. Уралған сепрәге туҙған, ҡорт ашаған, мәрйендәр тәгәреп төшөп тора, әммә ундағы матурлыҡтың шул тиклем һаҡланыуы – үҙе бер мөғжизә”, - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты хазинаны табыусы Мәҙинә.https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/y-m-y-sh-nd-26642/
Читайте нас