Ете бүләк уйнатылды. Шуларҙың береһе, квитанцияны тартып алған Минерахман Тәтегәсовтың "бәхетле" ҡулы ярҙамында, үҙәк район дауаханаһынан Регина Йәнғоловаға эләкте. Башҡа квитанцияларҙы тартманан беҙҙең күптәнге һәм тоғро гәзит уҡыусыбыҙ, бер бүләк уйнатыуҙы ла ҡалдырмаусы, район Мәҙәниәт йортонда эшләүсе Марат Мөхәмәтйәров тартып сығарҙы. Ҡалған алты бүләкте үҙәк район дауаханаһынан Ләйлә Камалетдинова, Йәлембәттән Булат Аллабирҙин һәм Хәлиҙә Кәримова, Мөхәмәтдәмин ауылынан Сәбилә Мәүлетова, әйткәндәй, ул быға тиклем дә район гәзитенән иҫтәлекле бүләктәр отҡаны булды, Стәрлебаш ауылынан Зөлфирә Тәтегәсова отто.
Һуңғы квитанцияларҙың береһен сығарғанда, Марат Абдулла улы бүләк ошонда килеүселәрҙең береһенә эләкһен ине тип теләне. Һәм күктәр уның үтенесен ишетте, күрәһең - бүләкте залда ултырыусы стәрлебашлы Мөҙәрис Хөсәйенов алды. Гәзит мөхәррире Гөлназ Денисова уға бүләк тапшырғанда уның ни тиклем шатланғанын һәм ғәжәпләнгәнен күрһәгеҙ икән! Килеүселәр көслө алҡыштар менән уның шатлығын уртаҡлашты.