

Нефтекамск ҡалаһында йәшәүсе иргә билдәһеҙ кеше шылтыратып, банк хеҙмәткәремен, тип үҙе менән таныштырғас, иргә исем-шәрифе менән өндәшеп, банктағы бөтә иҫәптәрен, картаһындағы суммаларҙы атаған. Һәм, Һеҙҙең исемгә кредит алғандар бит, тип ирҙе шаҡ ҡатырған.
Ир, мин кредит алманым, тигәс, улайһа кредиттан баш тартып, түләүҙәрҙән ҡотолор өсөн бер туҡтауһыҙ телефонда бәйләнештә булырға тейешһегеҙ, банкоматҡа барып, беҙ әйткән операцияларҙы башҡарып, картанан аҡсаны алырға һәм икенсе, йәнәһе лә, банктың иҫәбенә күсерергә кәрәк, тип аңлатҡандар.
Ир шуларҙы үтәгән. Эш хаҡы күскән картаһында 4 мең һум урынына 130 мең һум ятҡанын күргәс тә, һағайырға ине лә бит, тик ул был аҡсаларҙы муттарҙың иҫәбенә күсергән шул.
Шунан һуң уға кредит картаһын да банкоматҡа ҡуйыуын һорағандар. Ир күрһәтмәләрҙе үтәп, был картанан да 46 мең һум аҡсаны "елгә осорған".
Нефтекамск буйынса РФ ЭЭМ бүлегенән Сөмбөл Вәлиева хәбәр итеүенсә, был ир муттарҙың иҫәбенә, дөйөм алғанда, 195 мең һум аҡса ебәргән.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/27629
Фото: Интернет селтәренән.