Новости
5 Декабрь 2019, 08:50

"Мин һеҙҙе оҙаҡламай онотам..."

Үҫмерҙәр, балалар үҙ-үҙенә ҡул һалһа, кәмендә был аҙым аңлашыла кеүек. Уларҙың психикаһы нығынып бөтмәгән, әллә ни ҡурҡыныс булмаған проблемаларҙы ла кисерә алмайҙар. Ә бына ир ҡорона ингән көслө зат ни өсөн көсһөҙлөк күрһәтә икән? Аңлауы ауырыраҡ...

Баш ҡаланың Аксаков урамындағы йорттарҙың береһенән бер ир һикереп төшөп һәләк була. Был хәл дүшәмбе көн була. “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, һәләк булған кеше – 26 йәшлек Рауил К. (исеме үҙгәртелде). Иглин районында тыуып үҫкән егет Өфөгә күсеп килеп, бында йәшәгән. Уның таныштары белдереүенсә, Рауил йыш ҡына депрессияла йөрөгән, ғүмер һәм үлем тураһында фекер йөрөткән. Социаль селтәрҙәге уның сәхифәһе бәхетһеҙ мөхәббәт, дуҫлыҡ һәм хыянат темаларына арналған цитаталр менән тулы булған.
Ул ни өсөн был аҙымға барғандыр? Аныҡ ҡына билдәле түгел. Уның дуҫтары Рауилдың кәйефһеҙ йөрөүен хупламаған һәм күңелен күтәрергә тырышҡан, тиҙәр. Был тормоштан китер алдынан ул дуҫтарына арнап хат та ҡалдырған. Уның һуңғы һүҙҙәре бигерәк ауыр ҡабул ителә.
“Мин һеҙҙе оҙаҡламай онотасаҡмын. Ғәфү итегеҙ, тик һеҙ миңә дуҫтар түгел. Мин оҙаҡламай үләм”, – тип яҙған ул.
Әлеге ваҡытта Тәфтиш комитеты ирҙең үлеме осрағы буйынса тикшереү үткәрә.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Min-e-e-o-a-lamay-onotam-27184/
Читайте нас