– Проблеманы закон нигеҙендә хәл итергә кәрәк. 2016 йылда Башҡортостан Парламенты Дәүләт думаһына дини төркөмдәрҙән үҙ эшмәкәрлеге, етәкселәре, адрестары тураһында, башҡа мәғлүмәтте дәүләт органдарына хәбәр итеүҙе талап иткән федераль закон проектын индергән ине, – тине Константин Толкачев. – Тейешле законды ҡабул итеү әлеге ваҡытта йәшерен эшләүсе һәм бер кем тарафынан да контролгә алынмаған сектанттарҙың эшмәкәрлеген көйләү мөмкинлеген бирер ине. Беҙ Дәүләт Думаһына әлеге закон проектын тикшереүгә индергән ваҡытта Башҡортостанда төрлө конфессиональ йүнәлештәге 500-гә яҡын дини төркөмдөң өстән бере генә дәүләткә үҙ эшмәкәрлеге тураһында хәбәр иткән ине. Беҙҙең тәҡдимдәрҙе ишетерҙәр, тип ышанам. Был фажиғәне, башҡалары кеүек үк, булдырмай ҡалыу мөмкин ине.
Билдәле булыуынса, Өфөлә хөкөмдән ҡасырға маташыусылар тотолдо. Улар – үҙ улын үлтереүҙә ғәйепләнеүсе “Христос уҡыусылары” сектаһы ағзаһы Иван Казанцев һәм үҙен “ерҙә Аллаһ илсеһе” тип иғлан итеүсе секта башлығы Земфира Ғәйнуллина. Асыҡланыуынса, атаһы “енен сығарам” тип, туғыҙ йәшлек улын үлтергәнсе ҡыйнай. Малай 5 ноябрҙә үк үлгән булған, тик уны 28 ноябрҙә генә табалар.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Malay-a-tere-alir-ine-27409/