Новости
5 Декабрь 2019, 06:15

Ләйсән Үтәшева Өфөгә ниндәй маҡсат менән килә?

Донъяға билдәле яҡташыбыҙ, милләттәшебеҙ Ләйсән Үтәшева иртәгә баш ҡалаға килә. Иң тәүҙә ул спорт сараһында ҡатнаша, унан һуң оҫталыҡ дәресе бирә.

Художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй, халыҡ-ара ярыштар еңеүсеһе, ике тапҡыр Европа чемпионы булған Ләйсән һылыуыбыҙ Өфөлә художестволы гимнастика буйынса Башҡортостан асыҡ чемпионатын асыуға махсус ҡунаҡ итеп саҡырылған.

Сара Спорт әҙерлеге үҙәгендә (Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47-се йорт) үтә.

Шул уҡ көндө кискә, 19.00 сәғәттә “Өфө уттары” күңел асыу үҙәгендә Ләйсән Үтәшева “Мотивация” тигән оҫталыҡ дәресе уҙғара. Бында ул бизнес-леди булараҡ, шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, тормошто яҡшыртыу, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү тураһында ла кәңәштәр бирәсәк.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/L-ys-n-t-sheva-f-g-nind-y-ma-sat-men-n-kil-26830/

Фото: vk.com, Ләйсән Үтәшеваның шәхси сәхифәһенән.

Читайте нас