Новости
5 Декабрь 2019, 06:05

Егеттәрҙе, ниһайәт, ишеттеләр!

Вахта ысулы менән эшләүселәр өс ай эш хаҡы ала алмай.

Алыҫ Көнсығышта вахта ысулы менән эшләүсе яҡташтарыбыҙ эшләгән ойошмаларының эшселәргә өс аҡса түләмәүе, кире тыуған яҡтарына ҡайтыуға юлға билеттар алмауы тураһында социаль селтәрҙә видеомөрәжәғәт менән сыҡҡайны. Етәкселеккә ҡаршы сыҡҡан ирҙәрҙе ашханала ашатыуҙан да баш тартҡандар. «Өфөнефтемаш» яуаплылығы сикләнгән ойошма аша 400-ләп кеше унда эшләй.

Килеп тыуған хәлде Башҡортостан етәксеһе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

« Был мәғлүмәтте ишеткәс, мин шунда уҡ Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына һәм БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына егеттәрҙе эшкә ебәргән « Өфөнефтемаш» компанияһын тикшерергә ҡуштым. Унда тикшереү эшләй. Был ойошмала финанс дициплинаһы боҙолған – кешеләр, ысынлап та, айлап эш хаҡын алмағандар. Ә эш ауыр. Күптәре ипотека түләй, йәш атайҙарҙы өйҙә балалары һәм ҡатындары көтә. Хәҙер ҡайтыр юлға билет алырға ла аҡсалары юҡ. Уларға ярҙам итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Үҙем шәхсән бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуйған предприятие етәкселегенең закон алдында яуап тотоуын күҙәтәсәкмен.

Беҙҙә вахтаға ай һайын 100 меңләп кеше юллана. Күптәре оҙон аҡса артынан, кемдер йәшәгән ҡала-районында эш таба алмағанлыҡтан сығып китә. Шуға ла мин, республикала эш урындары булдырғандарҙы ҡулда ғына йөрөтөргә кәрәк, тип әйтәм», – тип яҙған үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Egett-r-e-ni-ay-t-ishettel-r-26932/

Читайте нас