Беҙ уның менән яҡын әхирәттәр түгелбеҙ. Тик бер уҡыу йортонда уҡып, бер ятаҡта йәшәгәс танышбыҙ, аралаша инек. Аҙаҡ иһә бер райондан, күрше ауылдарҙа йәшәгәнде белеп ҡалғас, дуҫлашып та киткәйнек.
Шаталаҡ ҡына ҡыҙ ул Уралия. Нисә ҡарама йылмая, йә шарҡылдап көлә. Уның күңелһеҙләнеп йөрөгән саҡтарын бер ҡасан дә күргәнем булманы. Ошо алсаҡ холҡо арҡаһында уның дуҫтары күп булды, егеттәр ҙә артынан көтөүе менән йөрөнө.
Шаян булһа ла, кәрәк саҡта етди булды ул. Егеттәр менән ваҡыт үткәреү өсөн йөрөмәне. Ул уңышлы кейәүгә сығырға, балалар үҫтерергә хыяллана торғайны. Шуға күрә үҙенең ҡапма-ҡаршыһы булған, ҡырыҫыраҡ холоҡло Мансур килеп сыҡҡас, улар күптәрҙе аптыратып дуҫлаша башланы. Аҙаҡ дуҫлыҡ мөхәббәткә үҫеп етте. Бишенсе курсты тамамлағанда, өйләнешеп тә ҡуйғайнылар.
Уҡып бөткәс, төрлөбөҙ төрлө яҡтарға таралыштыҡ. 15-20 йыл күрешмәнек Уралия менән. Ә бер көн тыуған ауылыма ҡайтып, уның хәлен ишеткәс, шаҡ ҡаттым. Ул үҙенең балаһын үлтергән...
Юҡ йомошто бар итеп уларҙың ауылына барҙым, Уралияға инеп сыҡмай түҙмәнем. Уның шул тиклем бойоҡ, бәхетһеҙ йөҙөн күреп тетрәндем. Элекке танышымдың әҫәре лә ҡалмаған. Ҡаршымда мин белгән Уралияның күләгәһе генә тора ине.
– Ишеткәнһеңдер хәлемде. Мин бит үҙемдең баламды үлтерҙем... – тип башланы ул.
Тетрәндергес ваҡиға былайыраҡ булған. Өйләнешкәс, бер-бер артлы ике балалары тыуған. Улдары ҙурайып мәктәптә уҡып йөрөгән сағында, Уралия менән Мансур өсөнсөгә атай менән әсәй була. Ике ҡыҙҙан һуң малайҙары тыуа уларҙың. Бәпес тәмен һағынған ғаилә сабыйҙы яратып туя алмай. Апалары ла өҙөлөп тора. Тик, күрәһең, йәш тә барғандыр инде. Арыта. Уралия өс айлыҡ сабыйы менән өйҙә ултырһа ла, донъя мәшәҡәттәренән арына алмай. Ике һыйырҙы һау, ҡош-ҡорт ҡара, баҡса үҫтер. Ҙур балалар һәм иргә лә иғтибар кәрәк. Бәпес илаҡ ҡына була. Тәүҙә кендеге уңалмай илай. Аҙаҡ эсе ауырта. Инде ҡартайып килгән йәш әсәгә йоҡо бөтөнләй теймәй башлай. Көндәрҙең береһендә, ул йоҡом туйһын тип бәпесен сәңгелдәктән алып янына һала һәм түшен ҡаптырып йоҡлап китә... Уяныуына сабыйының тынһыҙ кәүҙәһен күреп, шул минутта үҙе саҡ аҡылдан шашмай.
Полиция тикшерә, экспертиза яһайҙар. Бәпестең төндә тонсоғоп үлеүен асыҡлайҙар. Яңылышлыҡ менән үлтереү тип эш ҡуҙғатһалар ҙа, уны төрмәгә ултыртмайҙар. Тик артабан нисек йәшәргә?
– Шул көндө үҙем улым менән бергә үлдем. Күләгәм генә йөрөй. Бындай ҙур фажиғәне бер кемгә лә теләмәйем. Былай ҙа бала ҡайғыһынан ҙурырағы юҡ бит. Ә үҙең ғәйепле булғас, нисек йәшәргә? Балаларым, аңлап торған Мансурым булмаһа, әллә ҡасан артынан китер инем, – ти ул.
Икәүләшеп бик оҙаҡ һөйләшеп, илашып ултырҙыҡ. Ул ваҡыттан һуң бер йыл ваҡыт үтһә лә, уның яралары уңалырға уйламай ҙа. Хоҙайым, түҙемлек һәм сабырлыҡ бир әсә йөрәгенә. Бындай аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡла.