Новости
5 Декабрь 2019, 06:00

Һарыҡ һәм ике әтәс егетте төрмәгә илтте

Был хәлде көлкөлө тип ҡабул итергә була - ләкин ул бик ҡыҙғаныс.

Мишкә районында хоҡуҡ һаҡлаусылар мутлашҡан егетте ҡулға алған. Ул оло йәштәгеләрҙән сувенир аҡсаға һарыҡ һәм ике әтәс һатып алған тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте.

Егет Митрәй ауылындағы 57 йәшлек ҡатынға һәм уның күршеһенә - 65 йәшлек иргә ингән һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорт һатып алам тигән. Был икәү ризалашҡан һәм бер һарыҡты һәм ике әтәсте биреп ебәргән.Мал эйәләре бер аҙҙан аҡсаларҙы тикшергән һәм уларҙың "приколдар банкы" билеттары икәнен күргән.

Полиция мутлашыусыны - Дүртөйлө районында йәшәүсе 29 йәшлек егетте ҡулға алған. Ул енәйәте тураһында һөйләгән һәм һарыҡ менән әтәстәрҙе һуйып ашаным тигән.

Мутлашыу буйынса енәйәт эше асылған.

Фото: Т.АМАНОВ

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ari--m-ike-t-s-egette-t-rm-g-iltte-27183/

Читайте нас