Новости
5 Декабрь 2019, 06:10

Аҙна аҙағына ҡарай йылытасаҡ

Бының турала Башгидрометүҙәк хәбәр итә.

5 декабрҙә ҡар яуасаҡ.
Төндә минус 7-12 градусҡа, аяҙытҡанда — 15-20 градусҡаса һыуытасаҡ. Көндөҙ йылыраҡ, - 4-9 градус.

6 декабрҙә синоптиктар республикала төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ рашҡы, урыны менән буран, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға ҡар һырыясаҡ тип хәбәр итә.
Төнгө температура — минус 6-11 градус, аяҙытҡанда -16-ға барып етәсәк. Көндөҙ -4; + 1 градусҡаса йылытасаҡ.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/A-na-a-a-ina-aray-yilitasa-26927/

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Читайте нас