Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
4 Декабрь 2019, 08:50
Яңы йыл ялдары кәмерме?
Көтөп алған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Халыҡ был көндәрҙә оҙаҡ ял итергә ғәҙәтләнеп тә алды. Берәүҙәргә атай-әсәйҙәренә барырға форсат тыуһа, икенселәр буш ваҡытын ғаиләһе менән үткәрә. Әммә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары был ялдарҙы ҡыҫҡартыу тәҡдиме менән сыҡҡан.
Яңы йыл ялдары 31 декабрҙән 3 ғинуарға тиклем булһа ла еткән тип иҫәпләй улар. Ә күберәк ял итәһе килгәндәргә ҡалған көндәрҙе сираттағы ял иҫәбенә алырға кәңәш итәләр.
- Теләге булғандар Яңы йыл каникулын отпуск иҫәбенә оҙонайта ала. Әгәр ҙә ял кешегә күп кеүек тойолһа, ул рәхәтләнеп эшкә сыға ала, - тип аңлатҡан Дәүләт Думаһы депутаттары.
Был әлегә бары тәҡдим генә. 2020 йылда 1 ғинуарҙан 8-енә тиклем ял итәсәкбеҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ya-i-yil-yaldari-k-merme-24319/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"