Новости
4 Декабрь 2019, 08:55

Ҡыҙҙарға, моғайын, 18 йәш тә юҡтыр...

Саҡмағош ауылында йәшәгән халыҡ урындағы кафелағы тәртипһеҙлектәргә ризаһыҙлыҡ белдерә. Был күңел асыу урыны “18+” йәштәгеләрҙе хеҙмәтләндерә икән. Урындағы кешеләр иһә, унда бәлиғ булмаған “бейеүселәр” килеп, стриптиз-шоу күрһәтә ти.

Социаль селтәрҙәрҙә ошо кафела төшөрөлгән видеояҙма ҡуйылған. Унда шәрә ҡыҙ һәм ир бейей (әхлаҡ нормаларынан сығып, беҙ ул яҙманы ҡуймайбыҙ).
“Боҙоҡлоҡтар ояһы астылар! Ҡыҙҙарға, моғайын, 18 йәш тә юҡтыр... Бөтәһе лә белә, әммә бер ниндәй ҙә сара күрелмәй”, – тип фекере менән уртаҡлаша яҙма авторы.
“Ундағы тәртип боҙоу тураһында мәғлүмәт килде, әле был осраҡ буйынса тикшереү алып барыла”, – тип яуап бирә тәртип һаҡлау органдары.
Мәғлүм булыуынса, 2014 йылда кафены прокуратура тикшереп, унда 16 йәшлек үҫмерҙең яңғыҙ йөрөүен асыҡлай. Шул саҡта уҡ кафе етәкселеге административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Фото: yandex.ua
Читайте нас