

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ул август айында мосолмандарҙың изге ғәмәлен атҡарҙы – хажға барып ҡайтты. Баҡһаң, ошо сәфәрҙә төшкән фотолары менән һаман да уртаҡлаша йырсы. Фото аҫтына ул былай тип яҙған (автор стиле һаҡланды):
“Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) Мәккәнән Мәҙинәгә күсенгән (хиджр) ваҡытта уның дошмандары - мәжүсилекте хуп күргән ҡурайшиттар, үлтерер өсөн артынан төшкәндәр. Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) үҙенең ышаныслы дуҫы һәм яраны (көрәштәш, әсхәб) Абу Бакр Сиддыҡ менән Савр тауының иң башында булған мәмерйәлә йәшенеп ҡалалар. Был тауҙың бейеклеге 600 метр самаһы. Ул ныҡ ҡына текә һәм менеп етеү өсөн бик күп хәл кәрәк.
Пәйғәмбәребеҙҙе Аллаһы тәғәлә дошмандарынан нисек һағалап алып ҡалғаны тураһында күптәрегеҙ ишетеп беләлер, моғайын. Йәғни мәмерйәнең ауыҙын тиҙ арала үрмәксен ау үрә, ә ике ҡырағай күгәрсен оя ҡороп йомортҡа һала һәм шул уҡ ваҡытта ағас үҫеп буй етә. Быларҙы күреп ҡурайшиттар мәмерйәлә кеше юҡлығына инанып, ары китә. Бер-нисә көндән һуң ғына Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) һәм Абу Бакр Сиддыҡ артабан Мәҙинәгә юлын дауам итә ала!”
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/S-i-ulla-Bayeget-ay-a-y-r-p-yata-25942/
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.