Новости
4 Декабрь 2019, 17:00

Һәр кем хоҡуҡ буйынса белемен тикшерә ала

Илдә Бөтә Рәсәй хоҡуҡ диктантына старт бирелде. Башҡортостан халҡы ла хоҡуҡ буйынса белемен тикшерә ала

Беҙҙең республикала акция 6 декабрҙә үтә. Сараны ойоштороусылар халыҡтың белемен арттырыу маҡсатын ҡуя. Әле уҡыу йорттарында 19 майҙансыҡ теркәлгән.
Ошо көндәрҙә ойошма-предприятиеларҙы йәлеп итеп акция урындарын 100-гә еткереү ниәте бар. Онлайн тәртиптә диктантты һәр кем яҙып ҡарау мөмкинлегенә эйә. Сайттың адресы: юрдиктант.рф. Ҡатнашыусыларға 40 һорау тәҡдим ителә. Уларға бер сәғәт эсендә яуап ҡайтарырға кәрәк.
Читайте нас