Әле Рәсәйҙә каршеринг юлы менән хеҙмәтләндереүгә 28 меңдән ашыу автомобиль йәлеп ителгән, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенә уның 23 меңдән ашыуы тура килә (“прокатҡа” бирелгәндәре менән бергә). Был төр хеҙмәттең ихтыяж менән файҙаланыуын иҫәпкә алғанда, алдағы йылдарҙа каршеринг паркы артасаҡ ҡына. Әле көнөнә 140 мең самаһы автомобиль ҡуртымға бирелә, йәғни тәүлек эсендә бер “тимер ат”ҡа уртаса алты водитель ултыра. Баш ҡаланың Транспорт һәм юл транспорты инфраструктураһын үҫтереү департаментынан белдереүҙәренсә, ярты миллионға яҡын кеше ошо хеҙмәттән даими файҙалана. Хатта ҡайһы берәүҙәр автомобилде ҡуртымға алып эшкә бара йә ҡыҫҡа сәйәхәттәр ваҡытына яллай.
Эйе, һис шикһеҙ уңайлы хеҙмәт, әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар – быйыл Рәсәйҙә туғыҙ айҙа 116 908 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уның 347-һе каршеринг хеҙмәтендәге автомобилдәр ҡатнашлығында булған, уларҙа 18 кешенең ғүмере ҡыйылған.
Ҡануниәт буйынса, автомат рәүешендә, йәғни ситтән идара ярҙамында көйләнгән хеҙмәттең техник саралары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған саҡта транспорт хужаһы – каршеринг компаниялары административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Улар иһә үҙ сиратында һалынған штрафты ҡуртымға алған кеше иҫәбенән түләттерә. Ялған аккаунт аша хеҙмәт менән ҡулланған осраҡта, штрафтың ҡатнашлығы булмаған кешенән алыныуы ихтимал. Шуға ла Рәсәй Эске эштәр министрлығына каршерингтың ялған иҫәп яҙмаларын тәҡдим иткәндәр интернет-сығанаҡтарҙы ябыуын һорап мөрәжәғәт иткәндәр ҙә инде.
Шуға ла автомобилде ҡуртымға алыр алдынан уның эҙемтәләре тураһында уйланырға кәрәк, сөнки бер-бер хәл була ҡалһа, хужаһы зыянды ҡулланыусынан ҡайтартыу сараһын күрәсәк. Мәҫәлән, автомобилде төҙөклөгөн тикшермәйенсә ҡабул итһәгеҙ, һуңынан уты янмаһа ла, һеҙҙән түләттереүҙәре ихтимал. Транспортҡа ултырып китер алдынан уны ныҡлап ҡарап, етешһеҙлектәре булһа, компания вәкиле менән бәйләнешкә инеп, был хаҡта хәбәр итеү мотлаҡ.
Эйе, ниндәй генә хәлдәр килеп тыуыуға ҡарамаҫтан, был хеҙмәт көндән-көн тарала, шуға ла каршерингты көйләгән хоҡуҡи документтарҙы ҡабул итеү көн талабы булып тора.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/karshering-u-ayly-la-kh-efle-l/