Новости
4 Декабрь 2019, 08:55

Әхирәттәренә барып етә алмағандар

Ҡариҙел районының полиция бүлегенә Байҡыбаш ауылында йәшәгән 72 йәшлек пенсионер ғариза яҙған. Әйтеүенсә, төнөн ике ауылдашы уның машинаһын ҡыуып алып китә яҙған. Ниәттәре барып сыҡмағас, "тимер ат"ты юл уртаһында ташлап киткәндәр.

Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре барған. Тәүге булып участка инспекторы Рәфил Йәнгиров килеп еткән. Өлкән лейтенант тиҙ арала хоҡуҡ боҙоусыларҙың кем икәнлеген билдәләп, уларҙың эҙенә төшкән.
Асыҡланыуынса, оло кешенең шәхси автомобилендә быға тиклем уғрылыҡ һәм кеше һаулығына зыян килтергән өсөн хөкөм ителгән 29 һәм 33 йәшлек ике ир йөрөп килергә ниәтләгән.
Әйткәндәй, ҡылған енәйәттәре өсөн был ике әҙәм бер тамсы ла намыҫ ғазабы кисермәгән: полиция хеҙмәткәрҙәре барып тотҡанда спиртлы эсемлектәр менән кәйеф-сафа ҡороп ултырғандар.
Эш былай булған. Ике әшнә кис буйы араҡы эсә торғас, ҡыҙҙар күҙләргә булып киткән.Таныштарына шылтыратҡандар, осрашырға һөйләшкәндәр. Тик таныш гүзәл заттар күрше Асҡын районында йәшәгәс, унда барып етеү өсөн кисекмәҫтән машина талап ителгән. Иҫерек ирҙәр ҡарт күршеһенең "Нива"һын ҡыуыуҙан да яҡшыраҡ ысул тапмаған. Әммә улар 50 метр самаһы барғандан һуң, автомобилдең моторы һүнгән дә ҡуйған. Әхирәттәре менән осрашыу бәхетенән мәхрүм ҡалған ике ир машинаны юл уртаһында ҡалдырған да, артабан эсергә йүнәлгән.
Был икәүгә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған, аңһыҙ ҡылығы өсөн уларға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/hir-tt-ren-barip-et-alma-andar-24525/
Читайте нас