

- Йыл һайын Рәсәйҙә меңләгән йәнлек машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Ауыл ерендә мал-тыуар (аттар, һыйырҙар) автомобилдәр ҡорбандарына әүерелә. Кеше йәшәгән урындарҙан ситтә юлдарҙа айыу, бүре, төлкө, ҡуян, ҡоралай кеүек ҡыр йәнлектәре тапала.
Бәләкәй кейек менән бәрелешеү автомобилгә артыҡ зарар ҙа килтермәҫкә мөмкин. Ә бына ат-һыйырҙы тапатыу машинаға етди зыян килтерә, водителде һәм пассажирҙарҙы йәрәхәтләй. Ошоно күҙ уңында тотоп, үткән йәкшәмбелә биләмәбеҙҙә хәүефле зона тураһында иҫкәрткән баннер ҡуйылды. Ул Баймаҡ яғынан Темәскә етәрәк урында тора, төндә фарҙар яҡтыһын сағылтып, әллә ҡайҙан күренә.
Ҡоролмаға тиклем һәм унан һуң егермешәр саҡрым арала аттарҙан һаҡ булығыҙ! Тап ошо төбәктә йылҡы малы өйөрө менән йөрөй.
Хакимиәт исеменән И.Р. Ситдыҡовҡа һәм И.М. Йәнбулатовҡа баннерҙы ҡуйышҡандары өсөн рәхмәт белдерәм.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bik-hup-esh-Bil-banner-i-Bayma-rayoninda-Tem-s-auilina-et-bir-r-k-urinlashtir-andar-25879/
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән