Новости
4 Декабрь 2019, 06:15

Авария урынында ауырлы ҡатынын ташлап ҡасҡан

Юлда ниндәй генә хәлдәр булмай. Ҡыҙғанысҡа ҡршы, авариялар ҙа осрап тора шул. Тик бына шул ҡурҡыныс мәлдә лә ҡайһы бер көслө заттың ир-ат була белмәүе хайран ҡалдыра.

Ошо көндәрҙә Өфө янында булған юл-транспорт ваҡиғаһы ошоға аныҡ дәлил. Иҫке Турбаҫлы ауылында “ВАЗ 2115” водителе автомобилгә идараны юғалта һәм юл ситенә оса. Машина шәхси йорт янына килеп туҡтай. Ул баштүбән әйләнеп, ҡыйығына барып ята.

Рулгә ултырған ир ваҡиға урынынан ҡаса. Ә түңкәрелгән машина эсендә уның ҡатыны тороп ҡала. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, 31 йәшлек ҡатын ауырлы булған.

– Ул – ауырлы. Урындағы аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы булып эшләй. Авария урынынан ире ҡасҡас, уны шул тирәнән үтеп барған күрше ауыл егеттәре һөйрәп сығарған, – ти ғаиләне белгән кешеләр.

Егеттәр ҡатынға “Ашығыс ярҙам”, ваҡиға урынына юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарын саҡырта. Табиптар ҡатынды дауаханаға алып китә. Ярар әле йәрәхәттәре ул тиклем ауыр булмай. Ярҙам күрһәткәс, уны өйөнә ҡайтарып ебәрәләр.

Вәт, ир! Хәүефле мәлдә лә ауырлы ҡатынын ташлап ҡасһын әле...

https://dayr.rbsmi.ru/articles/common_material/Avariya-urininda-auirli-atinin-tashlap-as-an-25629/

Читайте нас