Новости
4 Декабрь 2019, 08:50

22 кеше яңы йөрәкте көтә...

Быйыл Башҡортостанда йөрәк күсереп ултыртыу операциялары һаны буйынса рекорд ҡуйылды! Донор органын ете пациент алды, элек был һан өсәү-дүртәүҙән артмай ине.

Ғөмүмән, быйыл табиптар 51 кешегә операция яһаған, республиканың трансплантация тарихында был - ҙур ҡаҙаныш. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, тағы ла 22 кеше яңы йөрәкте көтә. Бөйөр күсереп ултыртыусы эш оҫталары - трансплантологтар ярҙамына 155 пациент өмөтләнә, бауырҙары эшләмәгән 66 ауырыуҙы улар ғына ҡотҡара ала. Ашҡаҙан аҫты биҙенә операция яһауҙы көткәндәр ҙә байтаҡ – 21 кеше.
Өфөлә донорлыҡ һәм органдарҙы трансплантациялау мәсьәләләренә арналған фәнни-ғәмәли конференцияла үткән фекер алышыуҙа федераль үҙәктәр вәкилдәре лә ҡатнашты.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/22-keshe-ya-i-y-r-kte-k-t-24630/
Читайте нас