Асыҡланыуынса, 24 йәшлек егет "Hyundai Solaris" сит ил автомобиленә идара итеп, Ҡариҙел ауылынан Өфөгә юлланған саҡта, юлдан сығып китеп, ағасҡа барып бәрелә һәм түңкәрелә. Үкенескә ҡаршы, авария урынында Асҡын районынан булған 26 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк була. Еңел автомобиль водителе билдәләүенсә, көслө ҡар яуыу сәбәпле машина тайып киткән. Әле был юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара. Әлбиттә, юлдарҙа һаҡ булырға кәрәк, бигерәк тә һауа торошо үҙгәреүсән торған мәлдә. Водитель саҡ ҡына абай булһа, бәлки, был сәфәр ҙә аяныслы тамамланмаҫ ине.
Шул уҡ көндә Салауат ҡалаһында пассажир автобусы янып китә. Бәхеткә күрә, салонда пассажирҙар булмай, янғын һүндереүселәр ваҡытында килеп етә.