Новости
2 Декабря 2019, 06:00

Юл фажиғәләре - 30 ноябрь

30 ноябрҙә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 4 кеше травмалар алған.

Көндөҙ Нефтекамск ҡалаһында 21 йәшлек егет ВАЗ-2114 машинаһында алда килгән "Toyota Camry" автомобилен уҙырға маташҡанда, уға һуғылып, ҡаршы килгән МАЗ йөк машинаһына барып бәрелгән.

Аварияла ВАЗ-дың водителе менән уның пассажиры, 27 йәшлек ҡыҙ, шунда уҡ йән биргәндәр. Егеттең водитель танытмаһы булмағаны билдәле...

Төн уртаһында Өфөнөң Калинин районында 22 йәшлек егет "Toyota Corolla" машинаһында йәйәүлене тапаған.

Ҡарамаҡҡа 35-40 йәшлек ҡатын алған йәрәхәттәрҙән йән биргән.

Водителдең һүҙе буйынса, ҡатын юл уртаһында ятҡан.

Был егеттең транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгәнлеге асыҡланған (4 йыл элек машинаһын эскән кешегә йөрөтөргә биргән булған).

Был авариялар буйынса тикшереү бара.

Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан эскән килеш машина йөрөткән 62 водитель тотолған.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-30-noyabr-23330/

Читайте нас