Новости
2 Декабрь 2019, 10:05

Тешләгән дә ҡасҡан

Ҡырағай хайуандарҙың ауылдарға ғына түгел, ҡалаларға ла яҡын килеүенә шаһит булған бар. Бына тағы бер ваҡиға Шишмә районының Әмин ауылында күҙәтелде.

Урындағы “Родник” гәзите мәғлүмәттәре буйынса, бер хужабикә ҡаҙҙарҙы ҡыуып сығарыу өсөн һарайға йүнәлә. Тик унда яңы “хужа"ны күреп, ҡатын аптырап ҡала. Ҡош-ҡортон аялау өсөн төлкөнө ҡыуырға ниәтләгәндә, ҡапыл тайып йығыла. Урман “ҡунағы”, шуны ғына көткәндәй, тота ла ҡатынға ташлана. Хужабикәнең һул аяғын тешләп өлгөрә.
Ҡатын шунда уҡ дауаханаға мөрәжәғәт итә. Табип-рабиолог тәүге ярҙамды күрһәтә. Әйтеүҙәренсә, быйыл төлкөнөң кешегә ташланыу осрағы районда тәүге тапҡыр теркәлгән. Бәләгә ҡалыусының яраһын эшкәрткәндәр. Тик уға дауаланыуҙы дауам итергә кәрәк буласаҡ, сөнки хәйләкәр йәнлек кеше күҙенән ҡасырға өлгөргән, уның ҡотороу сире менән ауырыу-ауырымауын билдәләргә мөмкин булмаған.
Быға тиклем Өфөләге ресторанға килгән төлкөнөң фотоһы социаль селтәрҙе шаулатҡайны. Ҡырағай хайуандарҙан һаҡ булайыҡ!
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас