Өлкәнең Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Көньяҡ Урал – Магнитогорск трассаһының 152-се километрында «Хендай» менән «Лада Ларгус» автомобилдәре бәрелешә. Тәүтикшереүҙәр күҙаллауынса, “Лада” водителе BlaBlaCar сервисы аша пассажирҙар ташыған, рейс Силәбенән Сибайға йүнәлгән була.