Новости
2 Декабрь 2019, 09:15

Кеше машинаһын металға тапшырған

Белорет районында 29 йәшлек ир кеше машинаһына ҡул һуҙып, уны металға тапшырған. Хәҙер уға был ҡылығы өсөн төрмә янай.

Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, машина хужаһы Зөйәккә ҡунаҡҡа килә. Ниндәйҙер йомош буйынса күршеһе менән Инйәр ауылына сығып китәләр. Тик, әмәлгә ҡалғандай, юлда машина ватыла. Уны ауылдан бер нисә километр йыраҡлыҡта юл ситендә ҡалдырып китергә тура килә.
Машинаны ремонтлап алып ҡайтыу өсөн ваҡыт кәрәк, ә хужаһына тиҙ арала сит ҡалаға эшкә китергә мәл еткән. Шулай итеп, “тимер ат”ының яҙмышын күршеһенә тапшырып, ҡырға китә ул. Тик ҡайтыуына машинаһынан елдәр иҫкән була.
Күршеһе лә бик ашыҡмай, күрәһең. Машинаны алып ҡайтыу сараһын күргәнсе, уға айыу майы һөртәләр.
Инйәр кешеһе күрше ауылға барғанда ай буйы юл ситендә торған автомобилгә иғтибар итә һәм, күп уйлап тормаҫтан, дуҫтары ярҙамында уны металға алып барып тапшыра. Йәмғеһе 8 мең һумға хәмер һәм аҙыҡ-түлек ала. Ҡыҫҡаһы, байрам итә. Тик был күңел асыу өсөн ныҡ ҡына яуап бирергә тура киләсәк. Енәйәт эше асылған, әле иргә биләмәнән сығырға ярамай.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Keshe-mashina-in-metal-a-tapshir-an-23135/
Читайте нас