Һүҙебеҙ Стәрлетамаҡтағы Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары тураһында. Улар ике йыл инде ошондай шарттарҙа сәнғәт серҙәрен өйрәнә икән. Ә бейеүселәр баштарын түбәгә бәрмәҫ өсөн эйелеп хәрәкәт итергә тейеш. Шуға күптәрҙең бынан китеп башҡа уҡыу йортонда белем алырға теләүе бер ҙә юҡҡа түгел.
Буласаҡ хореографтар, актерҙар, режиссерҙар, бейеүселәр өсөн икенсе бина бирелгән, тик унда әле капиталь ремонт бара. Ә уның ҡасан тамамланасағын бер кем дә алдан әйтә алмай икән.