Новости
2 Декабрь 2019, 10:05

Иҫерек ҡатын юл уртаһына сығып ятҡан...

Юлдарҙағы ҡорбандар тураһындағы хәбәрҙәр һуғыш яланынан килгән яңылыҡтарға тиң. Берәү, өсәү, бишәү... Кисәге юл-транспорт фажиғәләрендә лә өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Дәүләт тарафынан бындай хәлдәрҙе бөтөрөү өсөн күпме эш башҡарылмаһын, кеше үҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңларға теләмәй икән, фәтүә булырмы?

Бына бөгөн төндә булғанын алайыҡ. Өфөнөң Машина төҙөүселәр урамында “Тойота Королла” бер ҡатынды тапата. Уныһы ваҡиға урынында йән бирә. 22 йәшлек водитель тәүҙә ҡасырға маташһа ла, тиҙ генә кире килә.
Һәләк булған ҡатындың шәхесе билдәле түгел. Уға ҡарап тороуға 35-40 йәш. Водитель белдереүенсә, ҡатын юл уртаһында ятҡан. Шаһиттар иһә уның иҫерек булғанын, тәүҙә ҡул күтәреп машина тоторға маташҡанын әйткән. Күрәһең, бер кем дә туҡтамағас, юл уртаһына барып ятырға ҡарар иткәндер.
Иҫерек ҡатындың ҡылығы арҡаһында кемдер төрмәгә ултыра, үҙенә күтәрә алмаҫлыҡ гонаһ ала. Эйе, юл бер кемде лә аямай шул. Әммә был йәш водитель дә гонаһһыҙ түгел, 2015 йылда автомобиле менән идара итеүҙе иҫерек кешегә биргәне өсөн уның танытмаһын алған булғандар. Документы юҡ икән, ни эшләп йөрөгән һуң ул?
Ике йәш кешенең ғүмерен алып киткән тағы бер авария көндөҙ Нефтекамала теркәлә. Ҡаланың Сәнәғәт урамынан китеп барғанда, 21 йәшлек водитель “ВАЗ-2114” автомобилендә “Тойота Камри”ҙы уҙмаҡсы була. Тик уға тейә һәм, ҡаҡлығып, ҡаршы һыҙаттан килгән “МАЗ” йөк машинаһына бәрелә.
Һөҙөмтә ҡурҡыныс: водитель һәм уның 27 йәшлек пассажиры урында һәләк була. Әйткәндәй, рулдәге егеттең водитель таныҡлығы бөтөнләй булмаған.
Шулай итеп, көҙҙөң һуңғы көнөндә республика юлдарында ҙур алты авария теркәлә, уларҙа өс кеше һәләк була һәм дүрт кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
Читайте нас