

Өләсәй кеше тәү тапҡыр ейәнсәренә “балаҡайым” тине. Был һүҙгә үҙенең күңеле нескәреүҙән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен һөртөп алды. Ҡасандыр ул ошо баланың донъяға килеүен бөтөнләй теләмәгәйне бит. Бығаса ейәнсәренә булған йәмһеҙ мөнәсәбәте иҫенә төшөп, үҙенең ҡылығынан үҙе уңайһыҙланды. Бигерәк насар ҡыланған бит. "Ярай дүрт һыны ла теүәл булып тыуған" тип шөкөрана ҡылды.
Алты бала үҫтерҙе ул ире Сабит менән. Үҙҙәре ябай колхозсылар булһа ла, балалары яҡшы уҡыны, һәр береһе йә институт, йә техникум тамамланы. Һәр береһен мәктәптә бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйҙылар. Тик бына кинйәбикәһе Зөһрә генә яңылышты. Техникумды тамамлар йылда ауырға ҡалды. Был хаҡта белгәс, Сәлимә ҡыҙын үсе ҡанғансы туҡмап, дауаханаға алып китте. Табиптар баланы төшөрөргә һуң булыуын әйткәс, әйтерһең, уның иңенә бөтә донъя ишелеп төштө. Ҡайтҡансы ҡыҙын әрләне, ҡулындағы сумкаһы менән һуғып-һуғып алды.
"Бар ғаләм алдында мәсхәрәгә ҡалдырҙың, хәҙер нисек әҙәм күҙенә күренәйем, бөтәһе бармаҡ төртөп көләсәк бит", - тип үкһене.