Новости
2 Декабрь 2019, 09:35

Баланы ҡамсы менән туҡмап үлтергәндәр...

Екатеринбургтағы бер фатирҙа Белоруссиянан килгән ғаилә йәшәгән. Улар ниндәйҙер сектала торған һәм балаларының "шайтандарын ҡыуып", яфа сигергә мәжбүр иткән.

Туғыҙ йәшлек малайҙарын ҡамсы менән туҡмап үлтергәндәр, тауышы сыҡмаһын өсөн ауыҙына сепрәк тыҡҡандар. Аҙаҡ уның кәүҙәһен шәхси секторҙа күмеп ҡуйғандар.

Әсә кеше Белоруссияға ҡайтып киткән. Унда апаһы унан бала тураһында һораған, тәғәйен яуап ишетмәгәс, тауыш күтәргән. Телефон аша Свердловск өлкәһенең Тәфтиш комитетына шылтыратҡан. Шунан һуң ғына был аяныслы ваҡиға тураһында билдәле булған.

Әле Өфө ҡалаһында баланың атаһы һәм уның әшнәләре ҡулға алынған. Свердловск өлкәһе менән Башҡортостан Тәфтиш комитеттары хеҙмәткәрҙәренең берлектәге эше һөҙөмтәһе был. Фатирҙа теге әҙәмдәр янында бер нисә бала ла булған.

Белоруссияла малайҙың әсәһен дә ҡулға алғандар, уны Екатеринбург ҡалаһына оҙатасаҡтар. Ҡатындың психиатрҙа иҫәптә тороуы ла билдәле булған.
Читайте нас