Новости
2 Декабрь 2019, 09:40

"Армия хаҡында алдап һөйләнеңме ни?"

Байкал аръяғы крайында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновтың атаһы тикшереү изоляторында улы менән тәүге осрашыуҙың нисек үткәне хаҡында һөйләгән.

Уның һүҙҙәренсә, Рәмил оҙаҡ шым торған, унан, армия хаҡында алдап һөйләнеңме ни, тип һораған. Атай кеше быға бер нисек тә яуап бирә алмаған. Рәмил улына йыш ҡына: "Һәр егет хеҙмәт итергә тейеш, офицерҙар һалдаттарҙы үҙенең улы кеүек күрә", - тип әйтер булған.
Ә адвокаттар егеткә психиатрик экспертиза үткәреүҙе юллаясаҡ. Был хаҡта һалдатты яҡлаусыларҙың береһе Руслан Нагиев: "Ғәмәлдә, һалдаттар бындай аҙымға аффект хәлендә бара. Был - фажиғәнең бер версияһы. Тимәк, экспертиза һөҙөмтәләренең көтөлмәгән боролош алыуы ла ихтимал", - тигән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Armiya-ha-inda-aldap--yl-ne-me-ni-22962/
Читайте нас