Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Облачно
Новости
2 Декабря 2019, 09:55
Алғы тәгәрмәстәре ысҡынып китеп, автобус күперҙән осҡан
Кисә Байкал аръяғы крайында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Чита ҡалаһы эргәһендәге күперҙән автобус түбәнгә осҡан. Салонда водителдән тыш 43 пассажир булған. Авария һөҙөмтәһендә 19 кеше үлгән, 21-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Үлгәндәр араһында ике бәлиғ булмаған үҫмер ҙә бар.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, аварияның сәбәбе – автобустың алғы тәгәрмәсенең ысҡынып китеүендә.
Тәфтиш комитеты хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә алмаған хеҙмәт күрһәтеү буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Фото: Байкал аръяғы крайы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Al-i-t-g-rm-st-re-is-inip-kitep-avtobus-k-per-n-os-an-23375/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"