БУҒА
Ҡулығыҙҙан килмәгән эш булмаҫ. Көнкүреш мәсьәләләрен дә ыңғай хәл итерһегеҙ, эштә лә оҫталығығыҙҙы күрһәтерһегеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ менән аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал – ғәйеп һеҙҙә түгел, ә күптәрҙең көнсөллөгөндә.
ИГЕҘӘКТӘР
Был аҙнала үҙегеҙҙән аҡса йәлләмәҫкә кәңәш ителә. Оҡшаған әйберҙе һатып алығыҙ, яҡындарығыҙҙы ла бүләк биреп шатландырығыҙ. 2 йәки 3 декабрҙә күптән аралашмаған дуҫығыҙға шылтыратығыҙ. Ул һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтаж.
ҠЫҪАЛА
Аҙна осрашыуҙарға бай булыр. Яңы танышығыҙҙың һөнәри үҫешкә булышлыҡ итеүе ихтимал. Яҡындарығыҙға баҫым яһамағыҙ, шарт ҡуймағыҙ, тәнҡитләмәгеҙ, юғиһә араларығыҙ боҙолор. Өлкән йәштәге ҡыҫалаларға күберәк кеше араһына сығырға кәңәш ителә.
АРЫҪЛАН
Ҡапыл көс-дәртегеҙ артып киткәндәй тойолор. Һөҙөмтәлә күптән йыйылып киткән проблемаларҙы йылдам хәл итерһегеҙ. Яҡындарығыҙ менән араларығыҙ йылыныр. Аҙнаның икенсе яртыһында эштә көсөргәнештән һаҡланығыҙ.
ҠЫҘ
Эштә мәшәҡәттәр күбәйеп китһә лә, 5 – 8 декабрҙәге осорҙо ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ менән үткәрергә тырышығыҙ. Дуҫтарығыҙ менән мөнәсәбәттәрҙә киҫкенлек һиҙелер. Борсолмағыҙ, араларығыҙ Яңы йыл алдынан яйға һалыныр.
ҮЛСӘҮ
Тыныс һәм шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай аҙна көтөлә. Ғаиләле Үлсәүҙәрҙе балалары һөйөндөрөр. Өлкәндәр иһә иғтибар талап итер. Бурысҡа аҡса бирмәҫкә кәңәш ителә, хатта яҡындарығыҙға ла, юғиһә мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы ихтимал.
САЯН
Аҙнаның тәүге яртыһында иң яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итеп ҡалығыҙ. Әйбер һатып алыуға, аҡсаға бәйле килешеүҙәр табыш килтерер. Шаршамбынан һуң хәл-ваҡиғаларҙың ҡырҡа үҙгәреп китеүе бар. Үҙегеҙҙе ҡулда тоторға тырышығыҙ.
УҠСЫ
Мөһим эштәрҙе аҙна аҙағына тиклем тамамларға кәңәш ителә. Кемдеңдер ҡырын эш ҡылыуына шаһит булырһығыҙ, моғайын. Уны тыйырға тырышырһығыҙ, тик үҙегеҙгә зыян итеп ҡуймаһындар. Кәйеф-сафа ҡороуҙы ла кисектереп тороғоҙ.
ЫЛАҠ
Көслө заттарға был аҙнала иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәңәш ителә. Холҡоғоҙҙағы ҡәтғилек кәрәкле кешеләрҙе ситкә этәреүе ихтимал. Һөйгәнегеҙгә ҡарата артыҡ талапсанлыҡ низағҡа килтереүе бар. Гүзәл заттар иһә яҡынығыҙҙы көнләшмәгеҙ, сит-яттарға йылмайып ҡарау әле хыянат билдәһе түгел.
ҺЫУҒОЯР
Оялыу, тартыныуҙарҙы ситкә ҡуйып, бар һәләтегеҙҙе күрһәтергә ваҡыт. Ҡуйылған маҡсатҡа табан тайпылышһыҙ барығыҙ. Яҡындарығыҙҙың битарафлығын күңелегеҙгә ауыр алмағыҙ – был ваҡытлыса ғына. 40 йәштән үткән Һыуғоярҙарға тормошҡа ҡарашын ҡайтанан барлау зыян итмәҫ.
БАЛЫҠ
Иҫке эшегеҙ ҡәнәғәтләндермәй икән, яңыһын эҙләү өсөн ҡулай аҙна. Етәкселектән хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһында ла һорарға мөмкин. Тәҡдимдәрҙе ныҡлы уйлап ҡабул итегеҙ. Яңы таныштарҙы ла һәр йәһәттән тикшерегеҙ, алданыу хәүефе бар.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/yondo-nam-2-8-dekabr/