

Була икән. Ул шыршы бит яһалма. Иҫкеһе ҡалаға 11 йыл хеҙмәт иткән. Мэр Илья Середюк аңлатыуынса, яңыһы заманса электроника менән йыһазландырылған һәм 10-15 йыл тотонорға ниәтләйҙәр.
Был шыршы хатта Кремлдә ҡуйылғанынан да өс тапҡыр ҡиммәт икән. Үәт, Кемерово халҡы байрам итә белә-ә!
Әйткәндәй
Теге иҫкеһенең 30 проценты эшлектән сыҡҡан булған, етмәһә, йыл һайын хеҙмәтләндереү хаҡы 500 мең һумға еткән. Мэрия быға түҙмәгән һәм бушҡа аҡса исраф иткәнсе, тип яңыһын, 18 миллион һумлығын алырға ҡарар иткән. Ҡала хакимиәте етәксеһе әйтеүенсә, был уртаса хаҡ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Shirshi-k-pme-tora-21696/