Табиптар өс телдә һөйләшеп аңлашҡан. Медицина терминдары, ҡул хәрәкәттәре, ым-ишара ярҙам иткән.
60 йәшлек икенсе төркөм инвалиды, шәкәр диабеты менән сирле иргә каротидлы хемодектома тигән етди диагноз ҡуйылған. Был - йоҡо артерияһында яман шеш тигән һүҙ. Хирургтарҙың әйтеүенсә, бындай операциялар үтә ауыр, ҡатмарлыларҙың береһе. Ауырыуҙың шеш ҙурлығы биш сантиметрға еткән була. Ул артерияны баҫып, баш мейеһенә кислород барыуын тотҡарлай. Төп артерияны уратып алып, ҡан тамырҙарына күсеүе эште ҡатмарлаштыра. Хирургтар пациенттың йоҡо артерияһын алып, етешмәгән ерен янбаштағы тамыр менән алмаштыралар.
Рәсәйҙә бындай операциялар һирәк яһала, ә Ҡытайҙа – көн һайын. Шуға күрә ҡытайҙарҙың Рәсәй коллегалары өсөн мастер-кластар үткәреүе файҙаға ғына.
Тап ошондай хеҙмәттәшлек, тәжрибә уртаҡлашыу донъя медицинаһын алға этәрә лә инде, яңы проекттар тыуа, проблемалар хәл ителә.