Новости
29 Ноября 2019, 07:30

"Ока"ны кем талаған?

Өфөнөң Зенцов урамындағы бер йорт алдында иртән ҡанға мансылған, таланған, тәҙрәләре ватылған ватан автомобилен күреп, кешеләрҙең ҡото оса. Улар был турала, машинаның фотоһын ҡуйып, социаль селтәргә яҙып ебәрә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ә 27 ноябрҙә был машинаны нисек алып ҡасыуҙарын теркәгән видеояҙма интернетҡа һалынған. Унан күренеүенсә, билдәһеҙ кешеләр - өс егет һәм бер ҡыҙ (ул ҡарауылда тора, күрәһең) - автомобилдең аккумуляторын алыр өсөн капотты емерергә маташа. Бынан тыш, улар тағы дүрт машинаны емерергә маташа. Ике "ВАЗ-2114"-тең капотын ватҡандар, берәүһенең АКБ-һын урлағандар.
Әлеге ваҡытта төнгө ҡунаҡтарҙың "эшмәкәрлеге", йәғни талау осрағы буйынса тикшереү башланған, полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынын өйрәнә, был эштә ҡатнашы булғандарҙы эҙләй.

Фото: социаль селтәрҙән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Oka-ni-kem-tala-an-21263/
Читайте нас