

Үзбәкстандың баш ҡалаһынан бығаса Түбәнге Новгород менән Ҡазанға автобус йөрөй ине. Хәҙер Өфөгә лә туп-тура килеп етәсәк.
Рейсты "Узавтотранс сервис" компанияһы хеҙмәтләндерә. Ҡытайҙан 150 автобус һатып алынған. Хатта 20 миллион һум самаһы кредит та алған. Күрәһегеҙ, Үзбәкстан беҙҙең менән бәйләнеш булдырыр өсөн ҡалай тырыша!
Әйткәндәй, быға тиклем Өфөнән Ташкентҡа поезда, самолетта барып була ине. Хәҙер, һыу юлы ғына етмәй шикелле.
Үзбәк туристары күбәйер инде...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ber-avtobus-tulip-kil-s-kt-r-22454/