Новости
29 Ноября 2019, 12:55

Башҡортостанға эшлекле сәфәр менән Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова килде

Аэропортта уны Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Өфөлә министр һаулыҡ һаҡлау ойошмалары эшмәкәрлеге менән таныша, “Әсә һәм бала” клиник госпиталенә бара, шулай уҡ республика райондарына күсмә фельдшер-акушер пунктары һәм ашығыс медицина ярҙамы машиналарын тапшырыуҙа ҡатнаша.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас