Новости
29 Ноябрь 2019, 07:25

Балаға бушлай бирелергә тейеш!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғы-бәлә ағас түгел, кеше башынан йөрөй шул. Нефтекамалағы ата-әсә лә ошондай хәлгә төшөрмөн тип бер ҙә уйламағандыр

Һигеҙ йәшлек бала шәкәр диабеты менән сирләй икән. Законға ярашлы, уның ҡанындағы шәкәр миҡдарын билдәләгән тест-таяҡсалар уға бушлай бирелергә тейеш. Әммә улар менән быйыл бәләкәс тейешле кимәлдә тәьмин ителмәгән.
Шуға баланың ата-әсәһенә үҙенең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн прокуратураға мөрәжәғәт итергә тура килгән. Шунан һуң ғына бәләкәс тест-таяҡсалар менән тәьмин ителгән.
Бындай хәлдәге башҡалар ошондай хоҡуғы барлығын беләме икән?https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Bala-a-bushlay-birelerg-teyesh-21161/
Читайте нас