Новости
29 Ноябрь 2019, 10:25

Алданған ололар йәл...

Өфө ҡалаһының сауҙа үҙәге янында 81 йәшлек әбейгә ят ҡатын килеп, пенсионерка үҙе лә, уның яҡындары ла боҙом арҡаһында хәүеф аҫтында булыуын хәбәр итә.

Әңгәмә барышында ҡатын үҙенең дауалау көсөнә эйә булыуын да әйтеп, ярҙам итергә теләгәнен белдерә.

Эскерһеҙ әбей уға ышанып, хәүефтән ҡотолорға ярҙам итеүен һорай.

"Дауалаусы" сихырҙан ҡотолор өсөн өйҙә булған бөтә аҡсаларҙы килтерергә ҡуша.

Әбекәй өйөнә ҡайтып, аҡсаларын килтерә. Боҙомдан ҡотолоу йолаһын атҡарғас, ҡатын аҡсаларҙы кескәй тоҡсай эсенә һалып, әбейгә тоттора, уны төпкәрәк йәшереп, бер көн асмауын һорай.

Әбей уны тыңлай. Бер нисә көн үткәс кенә тоҡсайҙы асып ҡарағас, алданғанын аңлай.

115 мең һум аҡсаһынан шулайтып ҡолаҡ ҡағып ҡуя.

Әле алдаҡсы бур ҡатынды эҙләйҙәр ҙә бит, табырҙармы-юҡмы инде...

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Aldan-an-ololar-y-l-21702/

Читайте нас