- Бала саҡта ауылда итек кейеп хоккей уйнап үҫтек, айырыла алмай инек ул уйындан. Уның зыяны сәләмәтлектә сағылды: бер ваҡыт аяҡҡа баҫа алмай башланым. Алты йәшемдә табиптар "Пертеса ауырыуы" тигән диагноз ҡуйҙылар. Өс йыл дауаханала түшәктә яттым. Ашауым да, бәҙрәфкә йөрөүем дә - шунда ятҡан килеш кенә ине. Ул йылдар минең өсөн дә, ата-әсәйем өсөн дә ауыр һынау осоро булды... Өс йыл эсендә аяҡ мускулдары бөтөнләй ҙә ҡалмаған ине. Ҡабаттан имгәкләргә, ҡабаттан тәпәй баҫырға өйрәнергә тура килде. Тәүҙә ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөнөм, аҙаҡ тотоноп һәм әкренләп атлап киттем.
Мин һәр ваҡыт хыял менән йәшәнем һәм йәшәйем. Урын өҫтөндә ятҡанда: "Эх, өләсәйҙең ҡапҡа төбөнә тиклем йәйәү менһәм ине", - тинем. Мендем. Аҙаҡ: "Эх, велосипед менән менергә ине", - тинем. Аллаға шөкөр, велосипед менән дә мендем. Матай менән дә мендем. Машина менән дә...
Хоҙайыма мең рәхмәт!
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/11-y-sht-gen-atlap-kittem-22266/