Новости
28 Ноябрь 2019, 05:55

Юғалған Мазовтарҙы күреүселәр бар

Ике ай элек улдары менән юғалған Артем Мазовҡа оҡшаған кешене Севастополдә күргәндәр.

Әммә уның эргәһендә малайҙары булмаған. Был хаҡта бер ҡыҙ хәбәр иткән. Икенсе мәғлүмәт буйынса, бер нисә аҙна элек ир ике улын эйәртеп, Владивостокта океанариумда йөрөгән.

Улар тере булып, был хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килһә ярай ҙа.

Федераль эҙләүгә иғлан ителгән Мазовтарҙың ҡайҙалығын хәбәр итеүселәргә полиция 500 мең һум аҡса вәғәҙә итте.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yu-al-an-Mazovtar-i-k-re-sel-r-bar-20671/

Читайте нас