

Был ғалимдар башҡорттар менән венгрҙарҙың генетик туғанлығын өйрәнә.
Ҡурған, Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә йәшәүсе башҡорттар менән аралашып, милли кейем һәм йолаларҙы фото һәм видеоға төшөрөп, Башҡортостанға килгәндәр.
Башҡорт телен һыу кеүек эскән венгр ғалимы Давид Шомфаи Кара үҙен Дауыт, тип таныштырһа, Иштван Санта - Иштуған, тип хужаларға ҡул биргән.
Хужабикәнең әсәһе Сафия апайҙан улар мөнәжәт, аят көйләүен яҙҙырған, башҡорт халыҡ йырҙары "Сәлимәкәй", "Сибай"ҙы йырлатҡандар, боронғо селтәр, ҡашмау тураһында белешмәләрҙе, бик боронғо башҡорт халыҡ йолаларын да һорашып яҙып алғандар.
Гөлфиә үҙе "Ирмәк", "Зөбәйҙә" йырын йырлаған, ҡумыҙҙа уйнап, өзләгән, гармунда йырлап, бейеү көйҙәрен уйнаған.
Ҡунаҡтарҙы алсаҡ, уңған хужабикәләр башҡорт милли аш-һыу менән һыйлап, изге теләктәр менән оҙатҡан.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vengr-ar-H-ybulla-andu-asi-G-lfi-l--una-ta-20676/