* * *
Ир менән ҡатын талашҡан.
Ҡатын:
– Исмаһам, ашаған һауыт-һабаңды йыуып ҡуйһаң ни була, хайуан!
– Йыуа алмайым. Тояҡтарым ҡамасаулай…
***
30 йыллыҡ эш стажын тултырған прораб Фәррәхтең ҡатыны йәйге ялға Ҡырымға барғас, ләззәтләнеп:
– Ҡояш, ҡыҙыу ҡом, диңгеҙ! Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк!
Фәррәх:
– Цемент!
***
Ашханала.
– Официант, был аш түгел, ә ниндәйҙер һыу!
– Ниндәйҙер түгел, ә ҡайнаған һыу.
***
– Бәғерем, минең пинжәкте таҙарттыңмы?
– Таҙарттым.
– Ә салбарҙы?
– Уныһын да!
– Ботинкаларҙы таҙарттыңмы һуң?
– Атаҡ, уларында ла кеҫә бармы ни?