Новости
28 Ноября 2019, 11:35

Стәрлебаш районында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған сираттағы һәйкәл сафҡа инде

Был юлы обелиск төбәктең Өсөгән-Әсән ауылында ҡуйылды. Һәйкәлдең бер яғында батырҙарса һәләк булыусылар бирелһә, икенсе өлөшөндә Еңеү яулап әйләнеп ҡайтыусыларҙың исем-шәрифтәре яҙылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Обелиск халыҡтың уртаҡ көсө – урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ғөмүмән, төбәктең Буҙат ауылы биләмәһенән 496 кеше фронтҡа алынған. Уларҙың яртыһы яу яланында ятып ҡалған.
https://bash.news/news/110838_strlebash_rajonynda_bjk_vatan_uyshy_yaugiraryna_arnalan_sirattay_jkl_safa_inde?lang=bash
Читайте нас