

Дмитрий Медведев имзалаған документ күп ҡатлы йорттарҙағы подвалдарға ҡағыла. Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, биналарҙа температура-дымлылыҡ режимын тейешле нормала тотоуҙы идарасы компаниялар контролләргә тейеш. Дөйөм милек иҫәбенә ингән подвалдарҙағы вентиляция тишектәренең йыл әйләнәһенә асыҡ тороуы шарт.
Бындай тәртип урамда ҡалған бесәй, эттәргә лә уңайлы буласаҡ. Ни өсөн тигәндә, был йорт хайуандары ҡышҡы һыуыҡта подвалға инеп йөрөй аласаҡ. Һәр нәмәлә гуманлы булырға тырышҡан беҙҙең етәкселек берәҙәк бесәйҙәрҙе шулай хәстәрләй.
Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа подвалдың вентиляция рәшәткәһе һыланып йә тығылып ҡуйылған, асығыҙ. Бесәйҙәр инһен...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/R-him-itege--bes-y-r-21064/