Новости
28 Ноябрь 2019, 05:50

Баш ҡалала Ватан Геройҙары көнөнә арналған саралар ойоштороласаҡ

9 декабрҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнәсәк. Был иҫтәлекле дата Рәсәй империяһының юғары хәрби наградаһы – Изге Георгий орденын булдырыу менән бәйле. Шуға күрә лә 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Федерацияһы Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләргә ниәтләйҙәр, геройҙарҙы иҫкә аласаҡтар.

6 декабрҙә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тәҡдиме менән Башҡортостанда Ватан Геройҙары көнөнә бағышланған округ сараһын үткәреү күҙаллана.

Тантаналарҙа Волга буйы федераль округынан Ватан Геройҙары һәм һәләк булған (үлгән) Ватан һаҡсыларының туғандары — бөтәһе 100-гә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.

Өфөлә 6 декабрҙә байрам концерты, Еңеү паркында мемориалдарға сәскәләр һалыу һәм республика башлығы Радий Хәбиров исеменән тантаналы ҡабул итеү ойоштороласаҡ.

Баш ҡала мәктәптәрендә Ватан Геройҙары ҡатнашлығында батырлыҡ дәрестәре үткәреү көтөлә. Абруйлы ҡунаҡтар шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған дөйөм белем биреү мәктәп-интернатына барасаҡ.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Bash-alala-Vatan-Geroy-ari-k-n-n-arnal-an-saralar-oyoshtorolasa-20628/

Читайте нас